Ике йыл элек Әбйәлил районда үткән ҙур акция хаҡында иҫкә төшөрҙө Радий Фәрит улы. Дәррәү күтәрелеп, рөхсәтһеҙ араҡы һатыусыларға ҡаршы сыҡты ул саҡта халыҡ. «Ҡарарға кәрәк: ҡайҙалыр тағы ошо әшәкелек баш ҡалҡытамы? Булған хәлдә, тағы бер районды һайлап алып, халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән ауылдарҙы тулыһынса таҙартырға кәрәк», - тине Башлыҡ.
Ул был эште «Башспирт» акционерҙар ойошмаһы етәкләһен һәм, кем ҡайҙа ялған араҡы һатыу тураһында мәғлүмәт бирә, шул кешегә аҡсалата премия бирһен, тигән тәҡдим индерҙе ул.