Енәйәт ҡылыусылар бер схеманы бер нисә ваҡиғала ҡулланған: ҡыҙ яңы танышына аулаҡ урынға барырға тәҡдим итә, ә унда биш егет ҡорбанын көтөп тора. Енәйәтселәр бәләгә тарыусының машинаһын тартып ала, әйберҙәрен талай. Тоҙаҡҡа Ғафури һәм Стәрлетамаҡ районында йәшәүселәр эләгә.
Тәүге осраҡта Стәрлетамаҡ районы Любажи ауылы янында осрашырға һүҙ ҡуйышалар. Егет үҙенең «Лада»һында килеп етә. Шунан ҡыҙ яңы танышына сит күҙҙәрҙән ҡасып, икәүҙән-икәү генә ҡалырға тәҡдим итә. Улар кеше булмаған ергә килеп еткәс, ҡыуаҡ араһынан йөҙөнә битлек кейгән егеттәр пәйҙә була. Был осраҡта машинаны Күмертау ҡалаһына алып китәләр. Әйткәндәй, енәйәтселәр нәҡ ошо ҡаланыҡы булып сыға.
Стәрлетамаҡ районынан да бер егет ошондай хәлгә дусар була: кеше йө-рөмәгән ерҙә талайҙар. Эштең айышына төшөнгәс, егет ҡасып китергә уйлай ҙа бит, ләкин ҡыҙ ҡул тормозын ҡапыл шаҡара һәм машина бер урында әйләнә башлай. Енәйәтселәр тиҙ арала машинаның быялаһын ватып, салонға инә... һәм был юлы ташланыусылар «Ниссан»да елдерә.
Талау һәм туҡмау факттары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Таланған әйберҙәрҙең бер өлөшө тартып алынған. Шулай, ҡыҙҙарға ла, егеттәргә лә танышыр (бигерәк тә интернет селтәре аша) алдынан кем менән эш иткәнеңде уйларға кәрәк.