Үткән йыл аҙағында Стәрлетамаҡтың «Межрайкоммунводоканал» МУП-ы белгестәре һыу урлауҙы фашлаған, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ебәреү селтәрҙәрен законһыҙ тоташтырыуҙы асыҡлаған. Тикшереү буйынса үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү селтәрендә рөхсәт ителмәгән 8 һәм ҡала һыу ебәреү селтәрендә 11 уйылма тапҡандар. Һыу ер аҫтынан килә тиһәләр ҙә, уны ҡыуырға, таҙартырға, контролгә тоторға ла кәрәк бит әле, күрәһең, йәшәү сығанағын урлаусылар уны торбанан үҙе ағып яталыр тип уйланымы икән?!