Телефон бурҙарына ышанып етмәй, банкка барып белешәм, тип телефон һалыусылар ҙа бар. Банкка барып алмашынған реквизиттарҙы һорағас, банк хеҙмәткәрҙәренән мутлашыусыларҙың аҡса урлау буйынса яңы алым уйлап табыуын беләләр ҙә инде күптәр. Ә кем аҡсаны күсергән, был аҡсаларҙан ғөмүмән ҡолаҡ ҡаҡты күрәһең, йә иһә судлашып оҙаҡ ваҡытын юғалтыр!
Сит илдәрҙә халыҡ күптән инде интернет селтәрендәге шәхсән мәғлүмәтте таратмау өсөн үҙ дәғеүәһен белдерә. Беҙҙең йәмғиәттә әлегә ундай һорау ҡаты нығытылмаған күрәһең, мутлашыусы ҡулдарына шәхси мәғлүмәт нисек барып эләкте икән?