2019 йылдың декабрендә 25 йәшлек Борай районы буйынса полиция бүлеге хеҙмәткәре эскән килеш “Chery Tiggo” маркалы машина руле артына ултыра. Юлда машина менән идараны юғалта һәм, ҡаршы һыҙат аша сығып, күперҙең ҡоймаһына бәрелә. Пассажир алған тән йәрәхәттәренән урында йән бирә.
Яуаплылыҡтан ҡасыу һәм енәйәт эҙҙәрен йәшереү ниәте менән, полиция хеҙмәткәре үле пассажирҙы водитель урынына күсереп ултырта.
Шик аҫтына алынған полиция хеҙмәткәре үҙ ғәйебен танымай. Йыйылған дәлилдәргә таянып, суд уны 6 йылға иркенән мәхрүм итә. Ул шулай уҡ авария ҡорбанының туғандарына әхлаҡи зыян өсөн 1 млн һум компенсация түләргә тейеш.