«Нескә бил»дәрҙең ярҙамдары күренмәй башлағас, Ҡытайҙа плантацияларҙа үҫемлектәрҙе ҡул менән һеркәләндерә башлағандар. Эшселәр, үҫемлек-емештәр сәскә ата башлағас, һәр көндө баҫыуҙарға таралып, ҡул менән һелкетеп һеркәләндәреп йөрөй икән. Ситтән ҡарағанда был хәл миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо.