Полицейскийҙар бурҙың бер енәйәте буйынса эҙенә төшкәс, был 39 йәшлек ирҙең йәнә бер гараж кооперативындағы урлашыуҙа ҡатнашҡанын да асыҡлай. Тентеү барышында ҡоралданҙан тыш балалар квадроциклы, кәмә двигателе һәм башҡа бик күп әйберҙәр таба. Табылған әйберҙәрҙе әйберләтә дәлилләү складына һаҡлауға илтеп ҡуйыу өсөн дүрт фургон кәрәк була.
Әле уның башҡа уғырылыҡтарға ҡатышы булыу-булмауын тикшерәләр, уныһы бер, тартып алынған әйберҙәрҙең законлы хужаларын да асыҡларға кәрәк буласаҡ.