Был хәл Макрон Тэн-л'Эрмитаж. коммунаһында лицейҙа булғандан һуң күҙәтелгән. Республика башлығы урамда көткән кешеләр янына барып бер ирҙе ҡулынан тотһа, ул икенсе ҡулы менән президенттың битенә һуғырға ынтылыуы видеола асыҡ сағыла. Ирҙе шунда уҡ һаҡ хеҙмәте ҡулға ала. Полиция ике кешене тотҡан. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итә.