Кешенең һаулығын бөтөрөп, энәгә ултыртып бәйгә алыусылар заман менән бергә бара тиһәң дә була. Тауарҙы хәҙер бер кем дә ҡулдан ҡулға тапшырмай, йәшереп ҡуйып клиентҡа урынын ғына әйтә. Теге барып ала. Статистикаға ҡарағанда контактһыҙ ысул менән һатыу 90 процент осраҡта ҡулланыла.