Ашҡаҙар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шул да булдымы ғәҙәт!
9 Декабрь 2021, 14:34

53 миллиард һумлыҡ урлағандар.

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр коррупционерҙарҙың ҡулға алынған мөлкәтенең хаҡын һанап сығарҙылар.

53 миллиард һумлыҡ урлағандар.
53 миллиард һумлыҡ урлағандар.

Ағымдағы йылдың 9 айында ғына(!) дәүләткә 53 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән. Рәсәй коррупционерҙарынан суд аша алынған аҡса быйыл 727 миллион һум тәшкил иткән. Шулай ҙа дәүләт мөлкәтен урлаусылар, рәшәткә артына әҙерәк ваҡытҡа эләгеү маҡсатында күрәһең, аҡсаларҙы ҡайтарырға ашыҡынып тора икән Әйтәйек, Генераль прокуратурала иҫәпләүҙәренсә, 15 миллиард һум үҙ ирке менән ҡайтарылған.
Бынан алда, РФ иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы баш идаралыҡ билдәләүенсә, ағымдағы йылда Рәсәйҙә 2,5 меңдән ашыу ришүәт алыу факты асыҡланған. Шуларҙың 768 - айырыуса ҙур күләмдәге ришүәт...

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: