Иң мөһиме – үҙен Феликс тип таныштырған ирҙең рәсми эшләгән эш урыны була. Етмәһә ул иртә-кисле әллә күпме матур йырҙар, шиғырҙар ебәрә. Көндә шылтыратып хәл белешә. Гөлнисаны Феликстың тормошоноң бер яғы ғына һағайта. Ауыл биләмәһендә етәксе булған 50 йәшлек ирҙең быға тиклем бер ваҡытта ла рәсми өйләнмәгәнлеге һәм ошо йәшкә етеп бөтөнләй балаһы булмауы...
Яңы танышы “матурым” тип кенә тора. Ниңә юлға сыҡҡан бәхетте урап үтергә? Бәлки яҙмышылыр ул. Ҡалала бесән сабырға, утын ярырға кәрәкмәһә лә, йәйен баҡсаға бергә йөрөрҙәр, ҡышҡыһын концерт, театрға барырҙар – ошондай уйҙар килә Гөлнисаның башына. Ял көндәре өйөндә балалар тауышы өҙөлмәһә лә, барыбер яңғыҙлыҡ тигән нәмә эстән кимерә бит ул. Шуға ул яңы ғына танышҡан Феликстың үҙенә кейәүгә сыҡ тигән тәҡдименә ризалаша ла ҡуя. Ошо интернет аша аралашҡан ике ай эсендә бигерәк яҡынаялар шул. Март урталарында өй ҡыйығынан ҡар ырғытҡан Феликс ныҡ итеп йүтәлләп сирләп киткәс, Гөлниса уны “ашығыс ярҙам” саҡырырға күндерә, ирҙең хәле ысынлап та ауыр була (интернет аша үҙе һөйләүенсә) һәм хатта район үҙәгенә уколға йөрөргә мәжбүр була.
Телефондан йыш һөйләшеп торһалар ҙа Силәбе менән сиктәш районда йәшәгән Феликс күрешеүҙе май айҙарына ҡалдыра. Гөлниса ла был “үтә лә ҡыҙыу” осрашыуға әҙер булмай сыға һәм етди әҙерләнергә тотона.
Бер мәл Феликстың ҡайһы саҡ телефонын алмауы Гөлнисаға сәйер һымаҡ тойола башлай. Беренсе юғалыуын Феликс эшендә слесарҙар булмағанда торбаны асып ебәреп ҡулын эҫе һыуҙа бешереүгә һылтана. Ошондай уҡ ҡапыл шылтыратҡанда сираттағы яуап бирмәүен күршеһендәге оло кешене мунса индерергә ярҙамлашҡанда башына еҫ тейҙе тип аңлата. Өсөнсө тапҡыр оҙаҡ юғалыуында ул күршеһендәге инвалидты шифаханаға алып бара.
Түҙемлеге бөткән ҡатын ирҙе һынап ҡарарға була. Сөнки уларҙың Өфөлә осрашырына ла һанаулы ғына көндәр ҡала бит... Феликстың телефон һандарын яуап биргәнсегә тиклем йыйырға хәл итә. Башта телефондан, аҙаҡ төрлө ҡушымталар аша шылтырата башлай, бер аҙҙан телефондың икенсе башында ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә. Гөлнисаның: “Һеҙ кем?” тип һорауына: “Ҡатыны” тигән яуап ишетелә. Шунан аптырап тормай: “Һеҙҙең ирегеҙ миңә тәҡдим яһаны”, – ти Гөлниса...
Аҙаҡ Гөлниса Феликстың бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәгән эскесе ир икәнен, ҡатынының килеп-китеп кенә йөрөүен, ә инде ауыл хакимиәтенә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмауын аңлай. Ир ҡатыны менән йәшәгән була, айный алмаған осраҡтарҙа йәки “запой”ға киткәндә әсәһенә ҡайтып йәшәүен белә. Был ваҡиға бәлки кемделер ҡорбан булыуҙан ҡотҡарыр, ти Гөлниса. Сөнки татлы һүҙ һөйләп ҡатыға ултыртҡан кешеләр тормошта осрап тора...
Римма ҒАЯЗОВА.