Ашҡаҙар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЕҢЕЛ КӘСЕП ТАПҠАН

Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығына төрлө магазиндарҙан урлауҙар тураһында бер нисә хәбәр килде.

Алдан билдәһеҙ булған гражданин супермаркеттарҙан тауарҙар ала, кейем аҫтына йәшереп, сауҙа нөктәләрен ташлап китә. Енәйәтсене табыу мөмкин була. Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығының  матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар камераларҙан видеояҙмаларҙы тикшергән, шаһиттарҙан һорау алған һәм ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлаған. Ҡырҡ йәшлек Стәрлетамаҡ  ҡалаһы кешеһен юл-патруль  хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Быға тиклем ул ваҡ урлашыу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған була. Ҡулға алынған кеше ҡылған ғәмәлен таный һәм полицияға тауарҙарҙы һатыу өсөн урлауын аңлата. Аҡсаны ир шәхси маҡсаттарҙа ҡуллана. "Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының тәфтиш бүлеге РФ Енәйәт кодексының 158.1-се статьяһы буйынса элек административ язаға дусар ителгән кешенең ваҡ урлашыуы тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепләнеүсе сығып китмәү тураһында ҡултамға ҡуйған", - тип хәбәр ителә  Эске эштәр министрлығы идаралығының ҡала буйынса  матбуғат хеҙмәтендә.

 

ЕҢЕЛ КӘСЕП ТАПҠАН
ЕҢЕЛ КӘСЕП ТАПҠАН
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: