Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
17 Август 2018, 13:44

Хаҡлы ялға ҡасан хаҡлыбыҙ?

Пенсияға сығыу йәшен оҙайтыу проекты әҙерләнә башлағас, был проблемаға күптәр үҙ фекерен белдерергә ашыҡты. Сер түгел, мәсьәләнең айышына төшөнмәй тороп, тик етешһеҙлектәрҙе эҙләү-селәр ҙә бар. Әммә был системаның ыңғай яҡтары хаҡында оноторға ярамай.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында демографик соҡор арҡаһында, мәҫәлән, эшкә яраҡлылар һаны кәмей, тимәк, пенсия йәшен оҙайтмаған хәлдә, эшләүселәр бик аҙ буласаҡ һәм был пенсия күләменә йоғонто яһаясаҡ. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, әле эшләгән мең кешегә 455 пенсионер тура килһә, алдағы ваҡытта хаҡлы ялдағылар һаны тағы ла артып китеүе ихтимал. Ә был осраҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге кәмейәсәк, килемдең Пенсия фондына бүленгән өлөшө аҙайғас, пенсия күләме төшә. Ә кем бәхетле ҡартлыҡ хаҡында хыялланмай?
Киреһенсә, пенсияға һуңғараҡ сыҡҡан осраҡта пенсионерҙарҙың тормошо яҡшырасаҡ, тип билдәләй белгестәр ҙә. Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, хаҡлы ялға сығыу ваҡыты оҙайтылғас, пенсия күләме уртаса 1 мең һумға артасаҡ.
Хеҙмәткә яраҡлы йәштең оҙайтылыуы, әлбиттә, бюджет өлкәһенән дотацияларға ла ҡағылыуы сер түгел. Әгәр ҙә эшләүселәрҙең һаны күберәк булһа, дотация аҡсаһы башҡа социаль проекттарға файҙаланыла ала.
Әлбиттә, беҙ тотҡан урындан һындырырға яратабыҙ, әммә бында пенсия йәше ҡапыл үҙгәрәсәк һәм ирҙәргә – 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштән тигәнде лә аңлатмай бит әле. Закон проекты өҫтөндә әллә нисәмә белгес баш вата, шул уҡ ваҡытта Владимир Путинға пенсия йәшен оҙайтыуҙың тәҡдим ителгән варианттарының береһе лә оҡшамай, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары ла. Шуға ваҡыты еткәс, барыһы ла асыҡланыр.
Читайте нас: