Быйыл икенсе кварталда ул 9014 һум тәшкил итте. Иҫәп йән башына уртаса айлыҡ хаҡтан иҫәпләнә. «Халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн йәшәү минимумы түбәндәгесә күләмдә билдәләнде: эшкә яраҡлы халыҡ өсөн – 9552 һум, пенсионерҙар өсөн – 7315 һум, балалар өсөн – 9182 һум», – тип хәбәр итәләр төбәк Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.