Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
16 Ноябрь 2018, 14:28

Ишле ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Башҡортостанда күп балалы тип танылған ғаиләлә ата-әсәнең (балалыҡҡа алыусының) йәки опекундың (попечителдең) береһен транспорт һалымын түләүҙән азат итәләр. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында республика законына төҙәтмәләр ҡарала.

«Ошондай ярҙам сараһын двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән еңел автомобилдәргә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем тәшкил иткән автобустарға ҡарата билдәләргә тәҡдим ителә. Льгота хужаның теләге буйынса һәр типтағы бер транспорт сараһына бирелә һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә була. Закон проекты ишле ғаиләләргә булшылыҡ итеүгә, республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.


Бынан алда республика Хөкүмәте, әлеге закон проектын депутаттарға ҡарауға индереп, двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һәм башҡа транспорт хужаларына льгота биреүҙән баш тартырға тәҡдим иткәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров закон проекты менән танышып сыҡҡандан һуң халыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ льготаларҙы һаҡларға ҡушты.
Читайте нас: