«Проектты Башҡортостандың социаль карталар регистры компанияһы бойомға ашыра, — тине ул. — Уларҙы Өфөгә индереү өсөн бер аҙ ҡатмарлыҡ тыуҙы, ләкин Стәрлетамаҡта был система бөтә ҡалала эшләй. Уҡыусылар ошо карта менән мәктәпкә инә, туҡланыу өсөн түләй, транспортта йөрөгән өсөн дә шул карта менән түләү мөмкинлегенә эйә. Был тәжрибәне тотош Башҡортостанға таратыу идеяһы бар».
Разумикин һүҙҙәренсә, был системаның өҫтөнлөгө — уның комплекслы булыуында.
«Беҙҙә ошондай пластик карталар системаһы күп, транспортта ғына өс-дүрт, уҡыусылар өсөн бер нисә, ләкин уларҙың барыһы ла локаль, бер карта бөтә ерҙә лә эшләһен өсөн — Башҡортостандың социаль карталар регистрынан тыш, әлегә бер кем дә лә юҡ», — тине дәүләт мәғлүмәтләштереү комитеты етәксеһе.
Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостандың социаль карталар регистры акцияларының 61% — Башҡортостан Республикаһыныҡы, 39% — «Уралсиб»тыҡы.
http://www.bashinform.ru/news/1262366-opyt-vnedreniya-sotsialnykh-kart-v-sterlitamake-primenim-dlya-vsey-respubliki/