Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Ғинуар 2019, 17:09

Табиптар Сибай балаларына Ҡырымға юлламалар һатыу тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты

Сибайҙа экологик хәл тураһында сираттағы оператив кәңәшмә уҙҙы. Хакимиәт, ҡала дауаханаһы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре доклад менән сығыш яһаны.
«20 ғинуарға һәм 21 ғинуар иртәһенә ҡарата Сибайҙа көкөрт диоксиды буйынса норманың артыуы теркәлмәне, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә ҡала мэры Рөстәм Афзалов. — Әле эндоген процестарҙы бөтөрөү эшенә баҫым яһала».
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, уҙған аҙнала республика медицина ойошмалары табиптары 807 пациентты ҡабул итте. Өс йүнәлеш буйынса яҙылыу бара: балалар, өлкәндәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Табиптар Ҡырым шифаханаларына юлламалар һатыу тураһында мәғлүмәтте лә кире ҡаҡты.
«Социаль селтәрҙәрҙә 1000 һумға Ҡырым шифаханаларына сират йәки юлламалар һатыу тураһында хәбәр таралды. Улар бөтөнләй бушлай. Беҙ бер ҡасан да бының менән шөғөлләнмәнек һәм шөғөлләнмәйбеҙ ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр һәр саҡ бар инде», — тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫараы Динара Еникеева.
Яҡын арала ведомство Башҡортостан һәм Ҡырым шифаханаларына дауаланырға барырға тейешле балаларҙың һәм оло йәштәгеләрҙең исемлеген төҙөй. Тәү сиратта унда медицина күрһәтмәһе булған сибайҙар бара, тине табиптар.
http://www.bashinform.ru/news/1263143-vrachi-oprovergli-informatsiyu-o-prodazhe-putevok-v-krym-dlya-sibayskikh-detey/
Читайте нас: