«Ҡул ҡуйылған ҡарар менән Рәсәй Федерацияһының ике законында һәм туғыҙ федераль законда ҡаралған түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициенты 1,043 күләмендә билдәләнде», — тиелә документҡа белешмә тексында.
Индексация ветерандарға, инвалидтарға, балалары булған граждандарға, шулай уҡ производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалаған саҡта түләнгән түләүҙәргә, пособиеларға һәм компенсацияларға ҡағыла.
http://www.bashinform.ru/news/1265946-v-rossii-s-1-fevralya-uvelichat-posobiya-i-kompensatsii/