Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
1 Март 2019, 22:04

Барыһы ла балалар өсөн

Ҡала етәксеһе Владимир КУЛИКОВ һөт кухняһы ҡоролмалары урынлаштырылған 134-се һанлы лицейҙы, ремонт барған 33-сө балалар баҡсаһын һәм республика программаһы буйынса ремонтланасаҡ подъездарҙы ҡарап үтте.

Ҡаланы ғына түгел, ә республиканың көньяғын һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү пилот проекты Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгәйне. Әле булһа был мәсьәләне хәл итеү маҡсаты менән 134-се лицейға яңы ҡоролмалар ҡуя башлағандар. Әйткәндәй, лицей хәҙер – Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервисы колледжы филиалы.
Һөт кухняһы ниндәй ризыҡтар менән тәьмин итәсәк һуң? Ул эремсек, кефир, йогурт һәм башҡа төр һөт ризығы етештерергә тейеш, бының өсөн көн һайын 5 тоннанан ашыу һөт килтереп торасаҡтар. Технология буйынса, эремсек яһар өсөн һөттө 10 сәғәт дауамында эшкәртеү ҡаралған, ә бына кефир иһә термостатлы ысул менән яһаласаҡ.
Ҡала башлығы был объектта әҙер продукцияны сығарыу урынын, һөттө ҡабул итеү һәм ҡаптарға тултырыу цехтарын һәм әсетелегән һөт цехын ҡарап үтте һәм үҙ баһаһын да бирҙе.
– Ҡалала һөт кухняһы – күптән көтөлгән күренеш. Әлеге мәлдә ҡоролмалар ҡуйылған, тоташтырыу эштәре үтәлгән. Һөт менән тәьмин итеү көйләнгән, оҙаҡламай эш башлана, – тине Владимир Иванович.
33-сө балалар баҡсаһында ремонт эштәре ҡайнай. Яңы балалар баҡсаһын ҡулланыуға тапшырғандан һуң, уның стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеү сәбәпле, ябылып торҙо. Әлеге мәлдә балалар баҡсаһында ярыҡтарҙы бөтөрөүгә бәйле ремонт эштәре башланған. Балалар баҡсаһы мөдире Ольга Градусова билдәләүенсә, стеналарҙы нығытыу эштәре тамамланған, бина ҡыйығын ремонтлау бара, тағы ла музыка һәм спорт залдарында иҙәндәрҙе йүнәтергә кәрәк. Владимир Иванович эшләнәсәк эш күләме менән танышып сыҡты һәм эштәр башҡарылыуына яуаплы ҡарарға ҡушты, уның фекеренсә, яҙға был учреждение кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тейеш.
Эш сәфәренең артабанғы туҡталышы республика программаһы буйынса ремонтланасаҡ подъездарҙың береһе ине. Революция урамындағы 4-се йорт, унда йәшәүселәр әйтеүенсә, 40 йыл элек һалынған, ә подъездар йүнле ремонт күргәне юҡ. Әлеге подъездар-ҙа пластик тәҙрәләр, кабель-каналдар ҡуйҙырыу, стеналарҙы буятыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын, почта йәшниктәрен, баҫҡыс яндауырҙарын алмаштырырға кәрәк. Әйткәндәй, был программа яйға һалынып киткәнсе, халыҡ эш барышына төшөнгәнсе күп кенә ваҡыт талап ителер әле. Бындай төр ремонт эштәренә ҡоролған республика программаһы киләһе алты йылға планлаштырылған.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: