Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Май 2019, 15:12

Граждандарҙы тематик ҡабул итеү уҙғарыла

23 майҙа 15.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте бинаһында граждандарҙы тематик ҡабул итеү уҙғарыла.

– 403-сө бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Финанс идаралығы начальнигы Йыһаншина Гөлшат Рөстәм ҡыҙы һәм РФ Пенсия Фонды дәүләт учреждениеһының БР Стәрлетамаҡ ҡала-һы идаралығы начальнигы Ғәлиәкбәрова Наилә Ҡәйүм ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын һәм ветерандарын, ветерандарҙың тол ҡатындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-07-65;
– 215-се бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Григорьев Михаил Ва-сильевич һәм Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес Шәрипов Борис Мөхтәр улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын һәм ветерандарын, ветерандарҙың тол ҡатындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-10-07;
– 226-сы бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шәйхетдинов Альберт Наил улы һәм БР Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы директоры Шаһиморатов Ғәли Ғабдулхай улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын һәм ветерандарын, ветерандарҙың тол ҡатындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен социаль мәсьәләләр буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 25-21-40;
– 212-се бүлмәлә торлаҡ сәйәсәте бүлеге начальнигы Хәйбуллин Илгиз Рәйес улы, төҙөлөш хеҙмәте начальнигы Кинйәбаев Марат Фәрит улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын һәм ветерандарын, ветерандарҙың тол ҡатындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм торлаҡ йорттарын ремонтлау мәсьәләләре буйынса ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-22-15;
– 210-сы бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ермолаев Андрей Петрович, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Ғәрифуллин Илдар Риф улы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-12-19;
– 303-сө бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Тротт Юрий Вольдемарович сәнәғәт, транспорт һәм элемтә, экология, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-09-90;
– 123-сө бүлмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рахманғолов Рөстәм Камил улы сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, ҡулланыусылар баҙары мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 24-69-47.
Читайте нас: