Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Май 2019, 15:02

Тәжрибә Стәрлетамаҡтан башлана

Башҡортостанда йәш ярымдан өс йәшкә тиклем балаһы булғандарға ай һайын 6 мең һумға сертификат бирәсәктәр.

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова Өфөлә үткән Рәсәй Дәүләт советының эш төркөмө ултырышында хәбәр итте. Тик был сертификаттар балалар баҡсаһында урын булмаған малай-ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренә генә тәғәйенләнә. Яңы проект иң башта Стәрлетамаҡта һынау үтәсәк, отошло булғанда иһә, тәжрибә бөтә республика кимәлендә ҡабул ителәсәк.
– Сертификаттарҙы беҙ 1 сентябрҙән бирә башлаясаҡбыҙ, – тине журналистарға Ленара Ива-нова. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был йүнәлеште мәғариф министрлығы алып бара. Кәрәкле аҡсаны республика ҡаҙнаһы бүлә, ә мөһим мәсьәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров күтәреп сыҡҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Демография” милли проекты сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллеген хәстәрләп һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын тыуҙырыуға 164,3 миллиард һум аҡса бүленгән. 2020 йылдан башлап ҡатын-ҡыҙҙар декрет ялында яңынан уҡып, квалификацияһын да күтәрә аласаҡ. Ә 2021 йылдың аҙағына балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 255 мең яңы урын булдыраласаҡ.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: