Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
28 Май 2019, 13:38

Һөт кухняһы 1 июлдә асыла

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә йәш ярымға тиклемге бала-ларҙы туҡландырыу өсөн һөт кухнялары традицияһы ҡайтанан тергеҙелеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ғинуар айында Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һөт кухнялары кәрәкме-юҡмы икәнлеген асыҡларға ҡушҡайны. Ойошмаларҙа бындай ихтыяж барлығы асыҡланды, шуға күрә БР Хөкүмәте Өфөләге һөт кухняһы тәжрибәһен башҡа ҡалаларҙа ла ҡулланырға тигән ҡарарға килде.
Һөт кухнялары Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында асыласаҡ. Тәү сиратта Стәрлетамаҡ тора. 1,4 мең балаға иҫәпләнгән һөт кухняһы беҙҙә 1 июлдән эшләй башлаясаҡ.
Барлыҡ кухнялар йәмғеһе 15 меңдән ашыу баланы туҡландыра аласаҡ, ә был бушлай һөт продукттары менән туҡланырға хаҡы булған балаларҙың 69 процентын тәшкил итә. Бынан тыш, теләгән кешеләр һөт продукцияһын айырым хаҡҡа һатып ала аласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 120 миллион һум самаһы аҡса талап ителә.
Р. УСМАНОВА.
Читайте нас: