Ғариза бирергә кәрәкмәй, тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһендә. Республикала ошо түләүҙе 11 806 ата-әсә һәм опекун алырға тейеш. Төбәктә уның суммаһы 11 500 һум була.
Аҡса бер эшләмәгән хеҙмәткә һәләтле ата-әсәгә (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыусыға) йәки опекунға (попечителгә) бөтә тәрбиәләү осорона тәғәйенләнә. Тәрбиәләү осоро страховка стажына индерелә һәм йыл һайын 1,8 пенсия балы өҫтәлә. Был эшләмәгән кешегә страховка пенсияһын алыу өсөн үҙенең пенсия хоҡуҡтарын формалаштырырға мөмкинлек бирә.
Инвалид бала йәки бала саҡтан I төркөм инвалид тәрбиәләгән башҡа кешеләргә лә айлыҡ түләү билдәләнергә мөмкин. Был осраҡта түләүҙең күләме 1 380 һум була.