Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
2 Июль 2019, 19:06

"Әсәлек капиталы" бер аҙ артасаҡ

"Әсәлек капиталы" бер аҙ артасаҡ2020 йылда Рәсәйҙә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуғанда бирелә торған әсәлек капиталы индексланасаҡ.

"Әсәлек капиталы" һуңғы тапҡыр 2016 йылдың декабрендә яңынан һанап сығарылғайны. Тап шул мәлдә илдә финанс көрсөк тип Рәсәй Президенты Владимир Путин быны башҡа эшләмәҫкә указ сығарҙы. Һөҙөмтәлә әсәлек капиталы 453 мең һум кимәлендә "туңдырылды".
Артабан бала аҡсаһын индекслау һорауы 2017 йылда, шулай уҡ былтыр ҙа күтәрелде. Ниһайәт, быйыл боҙ урынынан ҡуҙғалды. 2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталы 4 процентҡа артасаҡ. Әлеге ваҡытта бюджетты тикшереү, кәрәкле суммаларҙы эҙләү башҡарыла. Яңыртылған "маткап" 471 мең һумға барып етәсәк.
Читайте нас: