Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәре етәкселеге һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тейешле килешеү төҙөнө, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгәндәр быйыл көҙҙән башлап 42 мең һумға (анығыраҡ әйткәндә, 41 722,59) сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Уның менән баланы реабилитациялау өсөн түләргә була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе. Быны нисек эшләргә — ошо хаҡта беҙҙең материалда уҡығыҙ.