Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
3 Октябрь 2019, 12:17

Күп балалы ғаиләләр Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юллана

Күп балалы ғаиләләр Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юлланаБашҡортостанда тревел шоу форматында «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән яңы социаль проект башлана. Ойоштороусылар — Архангел районы хакимиәте һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Тапшырыуҙар серияһының төп геройҙары — республиканың ишле ғаиләләре. Һәр сығарылышта ике ғаилә Башҡортостандың күркәм урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Тәүгеләрҙән булып мажараларға һәм онотолмаҫ тәьҫораттарға ҡаршы Архангел районынан Семенчук һәм Бүләкҡоловтар ғаиләләре юллана. Проектты төшөрөү 4 октябрҙә башлана.
Тау йылғалары буйлап кәмәлә ағып төшөү, мәмерйәләргә инеү, республика халыҡтарының традицияларын өйрәнеү – тур ике көн генә дауам итә, был ваҡыт эсендә ғаиләләр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтергә тейеш.
Еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү ярҙамында билдәләнә, ә еңеүселәр ғаиләһенә Архангел районы хакимиәтенән бүләктәр тапшырыла.
Тревел-шоу дүрт миҙгел буйына бара — тамашасының республика туризмының төрлө төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Проект экология һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге темаһын күтәрә. Проект һәм унда ҡатнашыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» проекттың рәсми төркөмөндә танышырға була.
Читайте нас: