2019 йылда ауылда йәшәгән 677 ғаилә «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәште. Был маҡсатта федераль һәм республика бюджеттарынан 650 миллион һум бүленде.
Тағы 167 ғаилә төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан «өҫтәмә» ярҙамында 1 миллион һум тиерлек алды, тип билдәләнеләр ведомствола.
Һөҙөмтәлә уҙып барған йылда ауылда йәшәгән 844 ғаиләгә 816 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелде.