Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Декабрь 2019, 13:00

Өфөлә Координация советы ултырышы үтте

Инвалид балаларға стоматология ярҙамы күрһәтеү буйынса маршрут картаһы булдырыла һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән шөғөлләнеү өсөн тьюторҙар әҙерләү мөмкинлеге ҡарала. Был турала Координация советы ултырышында белдерелде.

Ултырышта билдәләнеүенсә, әле республикала эшкә яраҡлы 74 мең тирәһе инвалид иҫәпләнә, уларҙың ни бары 22 проценты ғына эш менән тәьмин ителгән. 1-се, 2-се төркөмдәр менән проблема юҡ, уларҙың күбеһе эшләп йөрөй. Ә бына 3-сө төркөм инвалидтары араһында эш таба алмаусылар байтаҡ. Башҡортостанда киләсәктә 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асыу ҡаралған. Уларҙың өсәүһе яңы йылдан һуң үҙ ишектәрен аса. Был үҙәктәрҙә физик мөмкинлектәрҙе яңы һөнәрҙәргә, кәсептәргә өйрәтеү ҡаралған.
Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Хеҙмәт йәшендәге инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу еңел генә мәсьәлә түгел. Был проблема күп яҡлы, эш биреүселәрҙең теләге, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ҡуйылған талаптарға яуап биреүе шарт. Шуға баҙар ихтыяжына ҡарап өҫтәмә белем бирергә тырышабыҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Беҙҙең маҡсат булып инвалидтарҙың 29 процентын эш менән тәьмин итеү тора. Әле республикала был күрһәткес 22 процент тирәһе”.
Ултырышта инвалид һәм физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы уҡытыу шарттары, коррекция мәктәптәренең эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Әле инклюзив белем биреү буйынса «Ресурс төркөмө» һәм «Ресурс класы» тигән ике проект тормошҡа ашырыла, уңайлы шарттар тыуҙырылған. Белгестәр әйтеүенсә, тьюторҙар әҙерләү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Йәғни, был яңы термин физик мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләй белеүсе һөнәр эйәһе тигәнде аңлата.
БСТ.
Читайте нас: