Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Декабрь 2019, 00:50

Инвалидтар эшһеҙ ҡалмай

Башҡортостанда киләһе йылда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү өсөн 13 миллион һум аҡса бүленә.

Беҙҙең республикала физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн стажировка программаһы эшләй. Бөгөн Хөкүмәттә Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышы уҙҙы.

БР Хөкүмәте вице-премьеры - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа 10 меңдән ашыу инвалидты эшкә урынлаштырыу бурысы тора.

Шуныһы һөйөндөрә: инвалидтар араһында үҙ эштәрен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр арта.

Ултырышта физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Инфраструктура әҙер булмау сәбәпле, инвалидтар автобуста үҙаллы йөрөй алмай. "Туҡталҡалар һәм йәмәғәт транспортын йыһазландырырға кәрәк", - ти "Әсә йөрәге" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.

Координация советы ултырышында шулай уҡ инвалид балаларға мәктәптә белем алыуҙа уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Физик мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар өсөн айырым төркөмдәр булдырыла.


Читайте нас: