Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
13 Ғинуар 2020, 15:10

Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды

Рәсәйҙә әсәлек капиталы күләме арттырылды.

1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, әсәлек капиталы күләме 466 мең 617 һумға тиклем арттырылды, тип хәбәр итә Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.
Былтырғы менән сағыштырғанда уның суммаһы 13,6 мең һумға йәки 3% артты. Индексация уҙған йылдың аҙағына сертификатта тулы йә иһә өлөшләтә күләмдә аҡсаһы булған барлыҡ ғаиләләргә ҡағылды. Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, улар бөтәһе – 3,4 миллион ғаилә.
Бөгөн ғаиләләр әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу – торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү, төҙөлгән торлаҡҡа сығымдарҙы ҡаплау, балаларҙы уҡытыу – балалар баҡсаһы, мәктәп йәки вуз хеҙмәттәре өсөн түләү, икенсе балаһы 2018 йылдан һуң тыуған түбән килемле ғаиләләр өсөн айлыҡ түләүҙәр алыу, инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, әсәнең пенсияһын арттырыу – әсәлек капиталы аҡсаһын пенсия тупланмаларын формалаштырыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
Әсәлек капиталын нисек файҙаланыу тураһында мәғлүмәт Пенсия фонды сайтында баҫылды.
Башинформ.
Читайте нас в