Ашҡаҙар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
14 Ғинуар 2020, 22:35

Башҡортостан ветерандары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — шәхси ҡараусы индерелә

Быйыл уҡ Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн яңы дәүләт хеҙмәте — «шәхси ярҙамсы» йәки, асылда,шәхси ҡараусы индерелә.

Республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова шул турала белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әле республикала йәшәгән 69 Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы ошондай хеҙмәткә мохтаж.
«Эйе, беҙ республикала яңы дәүләт хеҙмәтен индерергә тәҡдим итәбеҙ. Хәҙер уны күрһәтеү тәртибе, стандарты һәм дәүләт хеҙмәттәре исемлегенә индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был хеҙмәттең ҡиммәт икәне аңлашыла. Аҙнаһына бер тапҡыр ике сәғәткә килеп, аҙыҡ-түлек һатып алыу – бер, ә көнө буйына уның янында булыу һәм тәрбиәләү – бөтөнләй икенсе, — тине Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. — Беҙ шуға мохтаж булған һуғыш ветерандары һәм ҡатнашыусылары хаҡында ғына һүҙ алып барабыҙ. Бөгөнгә ундайҙар 69 кеше иҫәпләнә».
Читайте нас: