Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
15 Ғинуар 2020, 20:00

Башҡортостанда ишле ғаиләләр ер участкалары урынына 250 мең һум аҡса алырға мөмкин

Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алырға хоҡуҡлы өс йәки унан күберәк балалы, инвалид бала тәрбиәләгән граждандар ер урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға мөмкин.

Республика парламенты депутаттар сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» тейешле закон проектын ҡарарға ниәтләй.
«Компенсация граждандарҙың ризалығы менән генә түләнә, йәғни һайлау хоҡуғы була: ер йәки аҡса, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Сара льгота алыусыларға уңайлы булһын өсөн тәҡдим ителде. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа участкалар бүлеүҙә, тейешле биләмәләрҙе инфраструктура менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар бар».
Кешеләр йыш ҡына ерҙе үҙҙәре теләгән урындан алмай, үҙенең участкаһында уңайлы йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм, тип билдәләне спикер. Күптәр йорт төҙөп мәшәҡәтләнергә теләмәй йәки ундай финанс мөмкинлеге юҡ йә иһә ҡала ситендәге өйгә ҡарағанда ҡала фатирына өҫтөнлөк бирә.
«Граждандарҙың ошондай категориялары өсөн участкаға ҡарағанда аҡса алыу яҡшыраҡ булыр ине. Тейешле законды ҡабул итеү уларға шундай мөмкинлек бирә», — тине Константин Толкачев.
Башинформ.
Читайте нас: