Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
16 Ғинуар 2020, 16:05

2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаға әсәлек капиталын түләй башлайҙар

2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе балаһы тыуғас та әсәлек капиталы түләнә башлай, ә икенсе бала донъяға килһә, уның суммаһы тағы ла 150 мең һумға арттырыла.

Хәҙер, индексациянан һуң, әсәлек капиталының суммаһы 466 мең 617 һум тәшкил итә. Икенсе бала тыуған осраҡта дөйөм сумма 616 мең һумдан артып китә һәм йыл һайын индексациялана.
«Әле был программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпләнгән. Беләм, күп кешеләрҙе борсоған һорау йыш яңғырай: 2021 йылдың 31 декабренән һуң дәүләт нимә эшләргә йыйына? Беҙ был программаны оҙайтырбыҙ. Кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем. Әгәр ғаиләлә бала бар икән, икенсеһе тыуғас, уға әсәлек капиталы яңы, арттырылған күләмдә тапшырылырға тейеш тип иҫәпләйем. Ә был, әйтеүемсә, 616 617 һум», — тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өсөнсө бала тыуһа, дәүләт ғаиләнең ипотека кредитының 450 мең һумын «ҡаплай».
Башинформ.
Читайте нас в