Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Ғинуар 2020, 14:40

Янғын иҫкәрткестәр ҡуйыла

Башҡортостан Республикаһы янғынға ҡаршы хеҙмәттең ут сығыуҙы иҫкәртеү үҙәге яңғыҙ йәшәгән 55 йәштәге һәм унан өлкәндәрҙән торлаҡ йортта бушлай автономлы янғын иҫкәрткестәр ҡуйыуға документтар ҡабул итә.

Ғариза биреү өсөн түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ҡ. Моратов урамы, 11-се йорт, һәр йомала иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем. Үҙегеҙ менән шәхесте билдәләүсе һәм яңғыҙ йәшәүегеҙ тураһында документ (ЖЭУ-нан белешмә йәки йорт кенәгәһенән күсермә) кәрәк буласаҡ.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8-919-615-66-24 телефоны буйынса янғынға ҡаршы хеҙмәт белгесе Евгения Константиновна Дьяконоваға шылтыратығыҙ йәки 24-38-17, 24-24-70 телефондары буйынса граж-дандарҙы яҡлау секторына мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ заявканы электрон почтаға ебәрергә мөмкин: [email protected] йәки [email protected].

Граждандарҙы яҡлау секторы.

Читайте нас: