Индексация күләме 2019 йылғы инфляция кимәленән сығып билдәләнде.
Айлыҡ аҡсалата түләү составына ингән социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы ла 3 процентҡа индексациялана. Хеҙмәттәр урынына аҡса алырға мөмкин.
Быйыл 1 февралдән аҡсалата йыйылманың хаҡы айына 1155,06 һум тәшкил итә.
Индексациянан һуң социаль хеҙмәттәр исемлеге түбәндәгесә була:
— дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн махсус туҡланыу продукттары (аҡсалата — айына 889,66 һум);
— төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауаланыуға юлламалар (аҡсалата — айына 137,63 һум);
— ҡала яны тимер юл, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыуға бушлай барыу һәм ҡайтыу (аҡсалата – айына 127,77 һум).