Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Февраль 2020, 16:30

Башҡортостанда кемдәргә бушлай һөт ризыҡтары тейеш

Республиканың власть органдары һөт кухнялары селтәре булдыра. Улар кемдәр өсөн тәғәйенләнгән, унда нисек мөрәжәғәт итергә, был ризыҡтарҙы бушлай алыуға кемдәр хоҡуҡлы? Беҙ иң мөһим һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Һеҙ мохтаж граждандарҙың – килеме йәшәү минимумынан түбән булған (йән башына яҡынса 10 мең һум) ғаиләләрҙәге йөклө ҡатындарҙың, сабый имеҙгән әсәләрҙең һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙың тулыһынса бушлай тәбиғи һөт һәм һөт ризыҡтары – кефир, йогурт, эремсек, ҡоро ҡатнашмалар, ҡоро бутҡалар, махсус етештерелгән һөт продукттары алыуға хоҡуҡлы булыуын беләһегеҙме? Уларҙың составында бер ниндәй ҙә яһалма ҡатнашмалар юҡ, беҙҙең һөт етештереүселәр һәр һауытҡа бары тик тәбиғи ойотҡолар ҡуша, уларға үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәтен һәм һөйөүен өҫтәй.

Ошо маҡсатта республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда ҡасандыр эшләп, онотолоуға дусар булған һөт кухнялары тергеҙелә башланды. Был эшкә республика ике йөҙ миллион һумға яҡын аҡса бүлде. Әлеге аҡсаға Өфөләге цехтар яңыртылды, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында заманса производстволар төҙөлдө. Тиҙҙән тағы ла бер цех Сибайҙа эш башлаясаҡ, унда әле ҡорамалдарҙы урынлаштырыу эше бара. Бынан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығышында ла әлеге ише производство асыу мәсьәләһе өйрәнелә.

Барлыҡ һөт урындағы етеште-реүселәрҙән һатып алына. Тәбиғи продукция ауыл һәм ҡалаларҙа мохтаждарға таратыла. Балаларҙы тәбиғи һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән бындай ҙур программа Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ әле!
Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты иҫәпләүенсә, яҡынса 26 мең ғаилә һөт ризыҡтары алыуға хоҡуҡлы. Әммә әлегә уларҙың ете меңе генә үҙ хоҡуғын файҙаланырға теләк белдергән.

Һөт ризыҡтары ала башлау өсөн уларҙы биреү пунктына килеп, ғариза яҙырға кәрәк. Әлегә ундай нөктәләрҙең һаны – 85. Бында һүҙ 21 фирма пункты, өс партнер-эшҡыуарҙар майҙансығы, ике балалар поликлиникаһы һәм 58 «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы тураһында бара. Уларҙың тулы исемлеге менән milkrb.ru сайтында, «Алыусылар өсөн» бүлегендә танышырға мөмкин. Әгәр һеҙ «аҙ тәьмин ителгәндәр» категорияһына ҡарамаһағыҙ, әлеге пункттарҙағы һөт ризыҡтарын һатып ала алаһығыҙ.

Бынан тыш, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн предприятие автолавка һатып алды. Ул ҡала һәм ауылдарға әҙер продукцияны ташыясаҡ. Әлегә был система Өфө районында һынау үтә, артабан башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
Һеҙгә йәки балағыҙға ниндәй һөт ризыҡтары тейешлеге йәшкә, табип тарафынан билдәләнгән күрһәтмәләргә һәм тыйыуҙарға ҡарап билдәләнәсәк. «Һөт кухняһы» ҡулланыусыларына табиптар һәм белгестәр биш төрлө рацион әҙерләне.
НИНДӘЙ ДОКУМЕНТТАР КӘРӘК

Дөйөм исемлек:
– Паспорт (балаларға – тыуыу тураһында таныҡлыҡ) – төп нөсхә һәм һәр биттең күсермәһе.
– Йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында белешмә. Һеҙ мотлаҡ Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән булырға тейешһегеҙ. Был справканы үҙегеҙҙең паспорт өҫтәле хеҙмәтендә, ауыл ерендә ауыл советында алырға мөмкин. Уның яраҡлылыҡ ваҡыты – 10 көн.
– Ғаиләнең аҙ тәьмин ителгән булыуын раҫлаған белешмә. Ул Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге тарафынан бирелә.
Өҫтәмә рәүештә:
Йөклө ҡатындарға:
– Табип-гинекологтан ҡатындың йөклөлөк буйынса иҫәптә тороуын раҫлаған белешмә. Был документ өс ай ғәмәли көскә эйә.
Бала имеҙгән әсәләргә:
– Табип-педиатр (фельдшер) тарафынан сабыйҙы күкрәк һөтө менән йәки ҡатнаш төрҙә туҡландырыуҙы раҫлаған белешмә. Документ өс ай ғәмәли көскә эйә.
Өс йәшкә тиклемге балалар:
– Табип тарафынан баланың махсус туҡландырыуға мохтаж булыуы хаҡында белешмә. Бер йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн туҡланыу төрө күрһәтелергә тейеш. Белешмә алты ай дауамында ғәмәли көскә эйә.
– Һеҙҙең атай-әсәй булыуығыҙҙы раҫлаған документтар (паспорт, атайлыҡты билдәләү тураһында таныҡлыҡ – төп нөсхә һәм күсермә).
Документтар барлыҡ һөт продукттары таратыу пункттарында ҡабул ителә. Унда һеҙгә ғариза өсөн бланк бирәсәктәр. Артабан 20 көн дауамында ғаризағыҙ ҡараласаҡ. Әгәр барлыҡ документтарҙы дөрөҫ туплаһағыҙ, һеҙҙе килешеү төҙөргә саҡырасаҡтар.
ТАБИП БЕЛЕШМӘҺЕ
Римма Үтәшева, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты:
– Балалар йырында дөрөҫ әйтелә: «Һөт эсһәләр балалар, сәләмәт булыр улар». Бына ниндәй ризыҡты рекламаларға һәм тәү сиратта ҡулланырға тейешбеҙ, һәр хәлдә, шәкәрле газлы һыуҙарҙы, яһалма продукттарҙан торған, составында май күп булған фастфудтарҙы түгел.
Тәбиғи һәм сифатлы һөт – тәү сиратта балансҡа килтерелгән аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар, кальций, фосфор, магний һәм яҡшы үҙләштерелгән минералдар. Балалар өсөн ул айырыуса һөйәктәр үҫеше һәм иммунитетты нығытыу өсөн мөһим. Сабыйын күкрәк һөтө менән туҡландырған әсәләргә лә тәбиғи һөттөң файҙаһы ҙур.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Бөтә мәктәптәрҙә лә һөт һәм бушлай төшкө аш барлыҡҡа киләсәк
Һөт кухняларында етештерелгән продукция әле үк мәктәп һәм балалар баҡсалары рационында бар: туҡланыуҙы ойоштороусы күп кенә операторҙар менән тотош уҡыу йылына килешеү төҙөлгән. Республика Башлығы һөт кухняларындағы производствоны мәктәп туҡланыуы менән берләштерергә, һөт продукттары белем усаҡтары ашханалары тәҡдим иткән менюла тулыһынса булырға тейеш, тигән талап ҡуйҙы.

Бынан алдағы яҙмаларҙың береһендә һөйләүебеҙсә, быйылғы уҡыу йылынан республиканың барлыҡ мәктәптәре лә берҙәм операторҙың менюһына таянып эшләй. Урындарҙа был реформа ярайһы уҡ күп һорауҙар тыуҙырҙы, әммә дөйөм алғанда, республикала мәктәптә туҡланыусы уҡыусылар һаны һиҙелерлек артты. Власть вәкилдәре ата-әсәләрҙең тәҡдимдәрен иҫәпкә алғандан һуң, ялыуҙар һаны кәмене.

«Беҙ сифатлы мәктәп туҡланыуы яҡлы. Быға тиклем балаларҙы шикле продукттарҙан әҙерләнгән ризыҡтар, сит илдән килтерелгән ит менән туҡландырыу осраҡтары ла булды. Хәҙер беҙҙең мәктәп ашханаларында уларға юл ҡуйылмаясаҡ!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Әгәр һөт ризыҡтары алыуға хоҡуғығыҙҙы сикләйҙәр тип һанайһығыҙ икән, «Һөт кухняһы» дәүләт автономлы учреждениеһынашылтыратығыҙ.
Мөрәжәғәттәр өсөн телефон: +7 (347)218-16-35.
Электрон почта: [email protected]
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас: