Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
4 Февраль 2020, 15:20

Янғындан һаҡланайыҡ!

25 ғинуарҙа граждандарҙы яҡлау секторы, территориялар менән эшләү бүлеге, 40-сы янғын һағы һәм янғынды иҫкәртеү үҙәге Ашҡаҙар биҫтәһендә йәшәгәндәр менән янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса йыйылыш үткәрҙе.

Сара барышында Горький, Дөрөҫлөк (Правда) һәм Ашҡаҙар урамдарында үҙ йорттары менән яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкәндәргә бушлай янғын иҫкәрткестәрҙе алыу тәртибе тураһында аңлатып үттеләр. Ғариза биреү өсөн түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ҡ. Моратов урамы, 11-се йорт, һәр йомала иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем. Үҙегеҙ менән шәхесте билдәләүсе һәм яңғыҙ йәшәүегеҙ тураһында документ (ЖЭУ-нан белешмә йәки йорт кенәгәһенән күсермә) кәрәк буласаҡ.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8-919-615-66-24 телефоны буйынса янғынға ҡаршы хеҙмәт белгесе Евгения Константиновна Дьяконоваға шылтыратығыҙ йәки 24-38-17, 24-24-70 телефондары буйынса граждандарҙы яҡлау секторына мөрәжәғәт итегеҙ.
Шулай уҡ заявканы электрон почтаға ебәрергә мөмкин: [email protected] йәки [email protected].
Читайте нас: