Ғариза менән түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе (14 йәше тулғандарға паспорт күсермәһе); №079/у формаһы буйынса справка - РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2014 йылдың 15 декабрендәге ҡарары менән раҫланған 834н номерлы ”Балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу ойошмаларына барыусы балаларҙың сәләмәтлек торошо тураһында медицина справкаһы”; опекундың (попечителдең) паспорты йәки шәхесте билдәләүсе башҡа документы. Ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Октябрь проспекты 32-се йорт, 329-сы бүлмә. Белешмә өсөн телефон: 8(3473) 24-16-28.