Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Февраль 2020, 13:05

Башҡортостандағы «ауыл ипотекаһы» тураһында дүрт мөһим һорау

Быйылғы йылдың ғинуарынан Рәсәйҙә ауыл ерендә мөмкин тиклем түбән процент менән фатир йәки йорт һатып алыу өсөн ипотекаға дәүләт яҡлауы программаһы барлыҡҡа килде. Ул ғаилә ипотекаһына ҡарағанда күпкә отошлораҡ, әммә уның менән барыһы ла ҡуллана алмаясаҡ. Беҙ әлеге программаның үҙенсәлектәрен барланыҡ.

1) Программаның асылы нимәлә?
Һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына тигәндәй торлаҡ һатып алаһығыҙ. Процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләйәсәк. Дөйөм талаптарға ярашлы, халыҡ өсөн максималь ставка – 3%. Әммә БР Хөкүмәтенең вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан банктарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялаясаҡ. Был төбәктәге ставканы минималь кимәлгә – 0,1 процентҡа тиклем кәметеү өсөн эшләнә. Ауылда йәшәү йәки теркәүҙә тороу мотлаҡ түгел.

2) «Ауыл ере» нисек билдәләнә?
Ташламалы ипотека ауыл, утар, эшселәр ҡасабаһы, ҡала тибындағы ҡасаба кеүек тораҡ пункттарҙан торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә. Ә бына ҡала биләмәһенең шәхси секторынан уны ҡулланып йорт һатып алып булмай.
Ер участкаһы һатып алып, ә йортҡа ташламалы кредит бирмәһәләр, ваҡытығыҙ бушҡа китәсәк. Бының өсөн үҙегеҙ мөрәжәғәт итәсәк банктан әлеге биләмәгә ҡағылышлы үҙенсәлектәрҙе белешегеҙ.

3) Ҡатнашыу өсөн шарттар нисек?
Ғаилә хәленә һәм социаль статусҡа ҡағылышлы берҙәм талаптар юҡ. Һеҙ яңғыҙаҡмы, әллә өс балалы ғаиләме, яңы юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесме, әллә «урта йәштәрҙәге» тәжрибәле эшсеме – айырма юҡ. Банк өсөн һеҙҙең тотороҡло рәсми килемегеҙ һәм яҡшы кредит тарихығыҙ булыуы мөһимерәк. Шуны ла белеү шарт: ипотекаға рөхсәт биреү – банктың бурысы түгел, ә бары тик хоҡуғы ғына.
Программала бер генә тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Кредиттың максималь суммаһы һәм оҙайлылығы – 25 йылға өс миллион һум. Тәүге иғәнә 10 проценттан башлана. Уның өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға ла мөмкин. Торлаҡтың яңы булыуы ла шарт түгел, һеҙ икенсел баҙарҙан да фатир йәки йорт һатып ала алаһығыҙ. Ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүгә лә кредит алырға мөмкин. Был осраҡта төҙөлөш ике йылда тамамланырға тейеш, ә эште башҡарыусы подрядсы менән рәсми килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Торлаҡтың һатыу-һатып алыу йәки өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү нигеҙендә алынған булыуы шарт.
Торлаҡ йәшәү өсөн яраҡлы, бөтә коммуникациялар – электр уты, канализация, һыу, йылылыҡ һәм газ үткән булырға тейеш.
Фатирҙың йәки йорттоң майҙаны социаль норманан аҙыраҡ була алмай. Яңғыҙаҡ граждандар өсөн ул – 33 квадрат метр, ике кешенән торған ғаилә өсөн – 42 квадрат метр, әгәр ғаиләлә өс һәм унан күберәк кеше булһа, һәр береһенә тура килгән майҙан – 18 квадрат метрҙан күберәк.
Тулы шарттар РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ноябрендәге 1567-се ҡарарында билдәләнгән.

4) Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Программала 16 банк ҡатнаша. Әлегә улар документтарҙы теүәлләү менән мәшғүл. Март урталарына исемлек әҙер буласаҡ. Алдан әйтеүҙәренсә, исемлектә «Россельхозбанк» мотлаҡ буласаҡ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Тағы ла ниндәй ташламалы программалар бар?
«Ғаилә ипотекаһы»
Кемдәр дәғүә итә ала: 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы йәки инвалид балаһы тыуған ғаиләләр.
Шарттары: максималь процент ставкаһы – 6 процент, кредиттың максималь күләме – 6 миллион һум.
Нимә белергә кәрәк: юридик шәхестән яңы төҙөлгән йәки төҙөлөш ойошмаһынан әҙер торлаҡ ҡына һатып алырға мөмкин. Бығаса алынған ипотеканы реструктуризацияларға була. Әлеге программала 47 банк, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, «Россельхозбанк» һәм башҡалар ҡатнаша.
«Ипотеканы түләүгә — 450 мең һум»

Кемдәргә тейеш: 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә.
Шарттары: дәүләт һеҙҙең өсөн ипотеканың 450 мең һумын түләй. Бының өсөн ипотека юллаған банкка мөрәжәғәт итегеҙ.
Нимә белергә кәрәк: барлыҡ банктарға ла ҡағыла. Түләү бер тапҡыр ғына бирелә. Икенсе бала тыуған йәки тағы бер ипотека юллаған осраҡта был ярҙам сараһы ҡабатлап күрһәтелмәй. 450 мең – максималь сумма. Әгәр һеҙгә 300 мең һум түләргә ҡалған икән, дәүләт 300 мең һум бүләсәк. Программаны «ауыл ипотекаһы» менән ҡатнаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ өс миллион һумға (максималь сумма) йорт һатып алаһығыҙ; уның бер өлөшөн әсәлек капиталы менән ҡаплайһығыҙ (хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, быйылдан уның күләме беренсе балаға – 466 мең, икенсеһенә 150 мең һум, йәмғеһе 616 мең 617 һум); 0,1 процент йыллыҡ ставка буйынса түләйһегеҙ; әгәр өсөнсө балағыҙ тыуһа, дәүләт һеҙгә тағы 450 мең һум бүләсәк.

«Торлаҡ төҙөлөш тупланмалары»
Кемдәргә тейеш: Башҡортостанда йәшәгән һәр кем хоҡуҡлы.
Шарттары: һеҙ партнер-банкта иҫәп астыраһығыҙ (әлегә улар – Һаҡлыҡ банкы һәм «Уралсиб») һәм ай һайын өс меңдән ун мең һумға тиклем аҡса һала бараһығыҙ. Республика власы һеҙҙең иғәнәгә өс мең һумғаса күләмдә аҡса өҫтәй. Программала ҡатнашыусы һәр кем йылына 36 мең һум өҫтәмә аҡсалы була ала, дөйөм тупланманың максималь күләме – 216 мең һум. Әлеге аҡса мотлаҡ торлаҡ һатып алыуға тотонолорға тейеш.
Нимә белергә кәрәк: аҡсаны туплау ваҡыты өс йылдан алты йылға тиклем. Йыйылған аҡсаға фатир, бүлмә һатып алырға (икенсел баҙарҙағы торлаҡ та рөхсәт ителә), шәхси йорт төҙөргә, өй һалыу өсөн ер участкаһына эйә булырға, хатта бығаса алынған ипотеканы ҡапларға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн махсус банк ставкалары ҡаралған.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Фото srgazeta.ru
Читайте нас в