Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
2 Март 2020, 15:55

Юл хаҡы ҡыйбатланды, әммә бөтә ерҙә лә түгел

1 марттан Стәрлетамаҡта йәмәғәтселек транспортына хаҡ аррты. Автобустарҙа һәм маршрут таксиҙарында йөрөү хаҡы 25 процентҡа күтәрелде. Әммә бөтәһендә лә түгел.

Алдан хәбәр итеүҙәренсә, билет хаҡын башта "Башавтотранс" дәүләт предприятиеһы ҡыйбатландырҙы. Уның артынса 8-се, 8а, 30, 34, 44, 45, 47-се шәхси маршруткалар хаҡ күтәрҙе.
Ә бына "Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһында - йәғни троллейбуста һәм 40-сы, 41, 43-сө микроавтобустарҙа юл йөрөү хаҡы элеккесә ҡала. Электротранспортта ҡулаҡса менән 17 һум, ә "ГАЗель"дә 20 һум түләргә.
«Алға» берҙәм транспорт картаһы буйынса 18 һум тора.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: