Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
6 Март 2020, 12:25

Яҙмыштан уҙмыш юҡ ...

Барлыҡ бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, тип яҙа бөйөк яҙыусы Лев Толстой үҙенең бер романында. Уның һүҙҙәре менән тулыһынса килешеп булмай, тормошта төрлө ғаиләләр осрай. Шуның өсөн дә беҙ гәзит уҡыусыларҙы Стәрлетамаҡта йәшәгән НИЗЕМЕТДИНОВТАР ғаиләһе менән таныштырырға булдыҡ.

Ғаилә башлығы – Лилия Владимировнаны бер күреүҙә бәләкәй генә, сибек кенә, ярҙамға мохтаж ҡатын тип уйларһың. Баҡтиһәң, ҡарап торғанда шулай күренһә лә, ул көслө ихтыярлы, оло йөрәкле ханым булып сыҡты. Етмәһә, ул – күңеле менән рәссам, ә ҡулдары оҫталарҙыҡы кеүек уйнап тора.
Лилия Владимировнаның ғаилә тормошо ябайҙан түгел, ул ике ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән. Оло ҡыҙы Янаның хәҙер Арсений һәм Вероника исемле ике балаһы бар, ә Лилия – бәхетле өләсәй.
Әммә тормош һәр саҡ ыңғай ғына бармай шул, һынауҙарҙы ла алып килә. Оҙаҡ ауырығандан һуң Яна яҡты донъянан китеп бара. Ике бала әсәйһеҙ тороп ҡала... Арсенийға – өс йәш, ә Вероникаға ни бары бер йәш тирәһе була. Хатта Арсенийҙың сәләмәтлеге лә шәптән түгел, табиптар фаразлауынса, баланың һаулығы “ҡыл өҫтөндә”.
Әммә өләсәйҙе был ҡурҡытмай, киреһенсә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Өлкән йәштә сабый балаларҙы ҡарауы еңелдән түгел... Ә Лилия сабыйҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ул балаларҙы опекаға алып, яңынан күп балалы әсәйгә әйләнә. Сөнки был ваҡытта үҙенең бәләкәй ҡыҙы Алина ла мәктәптә генә уҡып йөрөй.
Тағы ла йоҡоһоҙ төндәр, балалар баҡсаһы, бер туҡтауһыҙ дауахана юлын тапауҙар... Үҙенең дә һаулығы бик яҡшынан булмаған сибек кенә ҡатын балалар өсөн бөтәһен дә эшләргә тырыша. Уның ныҡышмалылығы арҡаһында, табиптар “оҙаҡ йәшәмәҫ” тиһәләр ҙә, Арсенийҙы аяҡҡа баҫтыра!
Хәҙер был балалар мәктәптә уҡый, Арсений – 3-сө класты, ә Вероника 1-се класты тамамлай. Арсений башланғыс класта уҡыуына ҡарамаҫтан, төрлө конкурстар һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бәләкәй ҡыҙы тырышып уҡыуҙан тыш, спорт менән шөғөлләнеп, әсәһен тәүге еңеүҙәре менән ҡыуандырырға ла өлгөрә. Ә Алина ҡыҙы юғары белем алып, хәҙер мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләй, әсәһенә, туғандарына ла ярҙам итә.
Уйлай китһәң, башҡа ғаиләләр кеүек, көндәлек мәшәҡәттәре, шатлыҡтары булған ғәҙәти ғаилә тип әйтергә булыр ине. Әммә бында тағы ла бер һоҡландырғыс сер ята. Ниндәй сер икән был, тип уйларһығыҙ. Әсә кешенең аҙ ғына буш ваҡыты булһа ла, ҡулдары тик тормай, нимәлер эшләргә, балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырырға тырыша.
Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан шөғөлө булған. Улар милләтенә, йәшенә ҡарамай, төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнгән. Күп уйлап тормай, Лилия Владимировна ла буш ваҡыттарында балалары менән ҡул эштәренә тотона. Уны “Хильде” стилендәге ҡурсаҡтар йәлеп итә. Хәҙер уларҙың ике бүлмәле фатирында был үҙенсәлекле ҡурсаҡтарға ла урын табылған. Уларҙы ҡурсаҡ тип әйтергә лә тел әйләнмәй. Сөнки оҫта уларға күңел йылыһы һалып, йәм генә түгел, йән дә биргән кеүек. Улар бер-береһенә оҡшамаған, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, уларҙы ҡулға алып яратҡы, һөйләшке килә. Был ҡурсаҡтарҙы ғаилә усағын һаҡлаусы, яҡлаусы ла тиҙәр, буғай. Һәр ғаиләлә балалар яҙмышына бәйле бәлә тыуа ҡалһа, Низаметдиновтар ғаиләһендәге кеүек үҙенең яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы булыуын теләргә ҡала. Бөгөнгө көндә был ғаилә – бәхетле, сөнки иң мөһиме, һаҡлаусыһы бар!
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: