“Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, социаль пенсия алыусылар Рәсәйҙә 3,2 миллион кеше тәшкил итә. Бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың, блокадала йәшәгәндәрҙең, техноген һәм радиация катастрофаларында зыян күргәндәрҙең пенсияһы ла артырға тейеш. Был индексация өсөн 2,41 миллиард һум талап ителәсәк.