Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
26 Март 2020, 12:50

Рәсәйҙә әсәлек капиталына хоҡуҡлы ғаиләләрҙәге һәр балаға 5000 һум өҫтәп түләнә

Рәсәй Президенты Владимир Путин алдағы өс айҙа, апрелдән башлап, әсәлек капиталына хоҡуҡлы бөтә ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге һәр балаға ай һайын 5000 һум өҫтәп түләргә тәҡдим итте.

«Балалы ғаиләләргә булышлыҡ итергә кәрәк, — тип белдерҙе Путин рәсәйҙәргә мөрәжәғәтендә. — Бындай ярҙам әлеге ваҡытта балаһы яслегә йәки баҡсаға йөрөмәгән ғаиләләр, сирләгән йәки бала тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ата-әсәләр өсөн бик мөһим».
2020 йылда әсәлек капиталы түбәндәгесә:
— 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала тыуған (уллыҡҡа алынған) осраҡта 466 617 һум;
— 2019 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки артабанғы бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) 466 617 һум;
— әгәр беренсе бала 2019 йылдың 31 декабренә хәтлем тыуған икән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан икенсе бала донъяға килгәндә (уллыҡҡа алынғанда) 616 617 һум;
— әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, йәғни тәүге ике бала 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән өсөнсө йәки артабанғы балаға 616 617 һум.
Башинформ.
Читайте нас в