Үҙәктең етәксеһе табип—психотерапевт Рита Стрельцова үҙе лә ошондай бала тәрбиәләй. Хәйриәселәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ярҙамы менән ул аутизм менән сирләгән сабыйҙарҙың әсәләрен берләштереп, үҙәк коллективын туплаған. Бында үҙенсәлекле балалар өсөн төрлө күнекмәләр үткәрелә. Дәрестәрҙә улар һүрәт төшөрә, физкультура, музыка менән, ҡурсаҡ театрында шөғөлләнә, бергәләп саф һауала йөрөй.
Күптән түгел үҙәктә ижади оҫтаханалар асылған. Был эш Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә йүнәлтелгән гранты нигеҙендә тормошҡа ашырылған.
«Ал сәскә»нең хеҙмәте юғары кимәлдә баһаланды. Яңыраҡ ул «Рәсәйҙең иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы» тип танылды. «Ал сәскә» «Сәләмәт күңел өлкәһендәге фиҙакәрлек өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дипломына лайыҡ булды.» - тип яҙып сыҡты «Башҡортостан» гәзите.
Был юҫыҡта Стәрлетамаҡта ла бихисап эштәр башҡарыла. Үҙенсәлекле балалар менән махсус шөғөлләнәләр. Ә үткән йылдың аҙағында Элеватор урамындағы бер фатир бөтөнләй ошондай балалар ҡарамағына тапшырылды. Бында әсәләр балалары менән килеп, балаларын йорт эштәренә, йәғни үҙҙәрен-үҙҙәре ҡарарға өйрәтәләр. Бындай әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ! Мин уларҙың береһе менән һөйләшеп торҙом. Күңел яраларына теймәй генә һорауҙар бирҙем уға. Илле йәштәрҙәге бик һылыу ҡатын үҙе. Ваҡытында баҫҡан ерендә ут сығарып тиерлек дәүләт ойошмаһында эшләп йөрөгән. Яңы тыуған сабыйына диагноз ҡуйылғандан һуң ире ташлап киткән. «Атай – ата ҡаҙ» тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде. Көслө заттарҙы кәмһетәһем дә килмәй- килеүен. Ләкин күп осраҡта үҙенсәлекле балаларҙы әсәләре яңғыҙ тәрбиәләй. Барыһын да бер ҡалыпҡа һалыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Сөнки бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына булһа ла бер-ике, өс тиерлек ҡатынына терәк булып, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә күтәрешкән атайҙарҙы ла осратҡаным булды таныштарым араһында. Иң мөһиме: үҙенсәлекле балалар ҙа, уларҙы ҡараған әсәләр ҙә яңғыҙ түгел, йәмғиәт уларға йөҙө менән боролған. Тик ошо балалары хаҡына үҙҙәрен йәшләй генә «ҡорбан» иткән ҡатындар йәл! Уларҙың үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк бит. Беҙ бер-ике аҙна коронавирус карантинында өйҙә ултырып «йонсоноҡ», ә үҙенсәлекле балаларын үҙҙәре генә тәрбиәләгән әсәләр сабыйҙары тыуғандан алып «сикле мөхит»тә йәшәй бит. Дәүләт улар өсөн дә тормош-көнкүрештәрен еңеләйтеү саралары уйлап табырға тейеш, тимәксемен.