Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно
Социаль яҡлау
20 Апреля 2020, 09:04

АҘ КИЛЕМЛЕ ҒАИЛӘНЕ БИЛДӘЛӘҮ ТАЛАПТАРЫ ҮҘГӘРҘЕ

Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләне аҙ килемле тип таныу тәртибен ваҡытлыса үҙгәртте. Пособие алырға мөрәжәғәт итеү ваҡытында эшһеҙ булған граждандарҙың алдағы килемен иҫәпкә алмаҫҡа рөхсәт биргән закон икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иттелде. Был турала «Интерфакс» хәбәр итә.

Хәҙер ғаиләне аҙ килемле тип таныу өсөн мөрәжәғәт итеү көнөнә ғаиләнең уртаса килеме иҫәпләнә. Социаль ярҙам төрөнә ҡарап, пособие 3 айҙан 12 айға тиклем түләнә.
Эшһеҙ граждандарҙың үтеп киткән осорҙар буйынса килемдәре һаналмаясаҡ.
Закон ҡабул итеү социаль ярҙамды адреслы күрһәтеүгә ярҙам итәсәк. Ул 2020 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Читайте нас