Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
22 Апрель 2020, 14:24

ӨЙҘӘРЕНӘ ҠАЙТА АЛМАҒАН МЕДИКТАРҘЫҢ БАЛАЛАРЫ ШИФАХАНАЛА БУЛЫП ТОРАСАҠ

Стәрлетамаҡта эш урынын сығып йөрөй алмаған COVID-19 менән ауырыусы пациенттарҙы дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларын шифаханаларға урынлаштырып торғандар. Был туралама медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы хәбәр итә.

Әлеге мәлдә 1-се ҡала дауаханаһында 34 пацинет һәм 22 хеҙмәткәр ҡала. Бер аҙна элек 1–се ҡала клиник дауаханаһын өлөшләтә пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәрҙе сығара башлағандар ине, улар өйҙәренә ҡайтып үҙ изоляцияға ултыра. 756 хеҙмәткәрҙән коронавирусты тикшереү өсөн анализдар яңынан алынған.
«Беҙгә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙамды «Нур» балалар шифаханаһы күрһәтте. Эш урынынан сыға алмай дауалау алып барыусы медиктарҙың балаларын улар үҙҙәренә ҡарауға алды. Бөгөнгө көндә медицина хеҙмәткәрҙәренең 14 сабыйы унда, уларға алты тапҡыр туҡланыу, белем алыу һәм фпүайҙалы ял ойошторолған», - тип хәбәр итә ойошманың профсоюзы.
Читайте нас