Сәғәт12-нән башлап “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең ярҙам” проекты ирекмәндәре халыҡҡа “Магнит” (“Сити-Молл” ТРК) һәм “Лента” (“Фабри” сауҙа-күңел асыу үҙәге) гипермаркеттары алдында бушлай медицина битлектәре тараттылар. Бында бөтәһе 3 мең битлек таратылған.
Бындай акциялар республиканың башҡа ҡалаларында ла үткәрелә. Ирекмәндәр республика халҡына 50 мең битлек таратасаҡ. Башҡортостан Башлығы Указы нигеҙендә республикала бөгөндән башлап битлек режимы индерелде.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта ирекмәндәр “Георгий таҫмалары” ла таратты.
Фото: "Башинформ" агентлығынан.