Социаль яҡлау
6 Мая 2020, 11:54

АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘРҘЕҢ ЙОРТТАРЫН ТӨҘӨП БӨТӨҮ ӨСӨН СУБСИДИЯ БҮЛЕНӘСӘК

Башҡортостан Рәсәйҙең тағы ла 73 регионы менән бер рәттән алданған өлөшсөләрҙең йорттарын төҙөп бөтөү өсөн субсидиялар аласаҡ. Федераль хөкүмәт был маҡсат менән Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына 30 млрд һум бүлгән, был турала министрҙар кабинетының 4 май баҫтырылған ҡарарында хәбәр ителә.

Финанслау резерв фондтан бүленә һәм улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына йүнәлтеләсәк, йәғни аҡсалар өлөшләтә түләү ысулы менән торлаҡ һатып алырға теләп алданған граждандарҙың 2021 йылға тиклем 1 млн кв. метр майҙанындағы йорттарын төҙөп бөтөү өсөн ҡулланыласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса субсидиялар 10 меңдән ашыу алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итергә тейеш.
Әлегә Башҡортостанға бүленгән сумма билдәһеҙ. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов хәбәр итеүенсә, фонд бүлгән аҡсаларҙың күләме май айы тамамланғандан һуң асыҡланасаҡ. Әлегә тиклем республика хөкүмәтенең РФ төҙөлөш министрлығына ошо маҡсаттарға 6,9 млрд һум бүлеүҙәрен һорап заявка биреүҙәре билдәле ине.
«Наш.Дом.РФ» мәғлүмәт системаһы статистикаһы буйынса алданған өлөшсөләргә бәйле булған объекттарҙың берҙәм реестрына Башҡортостандың 41 төҙөлөш компанияһына ҡараған 525 мең квадрат метр майҙанындағы 129 йорто ингән.
Читайте нас