Социаль яҡлау
13 Май 2020, 07:10

Эшһеҙ ҡалһаҡ… нишләрбеҙ?

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 50 меңгә етеүе мөмкин. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе.

Әле Башҡортостанда 17 мең эшһеҙ теркәлгән.(Теркәлмәгәндәрен - бер Алла Тәғәлә генә белә. автор) Эшһеҙ ҡалғандарға арттырылған пособие ҡаралған, әлбиттә. Республикала уның күләме – 13949,5 һум тәшкил итә. Апрель айынан башлап илдә «Рәсәйҙә эш» порталы аша эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең ваҡытлыса ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелде.
«БАШИНФОРМ» материалы файҙаланылды
Читайте нас