Бөтә яңылыҡтар
Социаль яҡлау
21 Май 2020, 12:09

Рәсәйҙә хаҡлы ялға сығыу шарттарын еңеләйтеү мөмкинлеге ҡарала

Рәсәй Хөкүмәте пенсияға алдан сығыу өсөн шарттарҙы еңеләйтеү мөмкинлеген ҡарай. Был аҙым Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү буйынса планда күрһәтелгән, уны Иҡтисади үҫеш министрлығы Министрҙар Кабинетына ебәргән, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.

Иҡтисадты тергеҙеү буйынса эш планында, дөйөм стаждың күпме булыуына ҡарамай, пенсия йәшенә етергә өс йыл ҡалғандарҙы алдан хаҡлы ялға ебәрергә тәҡдим ителә, йәғни ҡатын-ҡыҙҙарға – 53,5 йәштән, ирҙәргә 58,5 йәштән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда 56, 5 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм 61,5 йәшлек ирҙәр пенсияға сыға ала.
Шул уҡ ваҡытта бында шуны ла иҫкәртәләр: әлеге мәлдә, пенсия йәшенә етергә ике йыл ҡалғас эшен юғалтҡандар, хаҡлы ялға сығырға мөмкин. Был осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 20, ә ир-егеттәргә 25 йыл эш стажы кәрәк һәм мәшғүллек үҙәгендә яңы эшкә урынлаша алмағанлыҡ раҫланырға тейеш.
Читайте нас